Всероссийские конкурсы0+

Подать заявку

Автор публикации: Алтынбаева Залия Рафаэловна

план урока башкирского языка по творчеству Мустая Карима, посвященный 75 летию Дня Победы

скачать документ

Вернуться назад

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Бөйөк Ватан һуғышы башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары ижадында” тигән ҡала кимәлендә үткәрелгән дәрес эшкәртмәләре конкурсыМостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы.Башҡортостан республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «15-се төп дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөмбелем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһыАлтынбаева Зәлиә Рафаэль ҡыҙыОктябрьский2019Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы.Дәрестең маҡсаты: 1.М.Кәрим ижады, уның “Үлмәҫбай” поэмаһы менән танышыу. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү һәм әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү.2. Уҡыусыларҙың һөйләм телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү, һүҙлек байлығын арттырыу. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, тасуири уҡыу күнекмәһен, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү.3. Бөйөк шағирыбыҙҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, тыуған ергә һөйөү, ата – олатайҙарҙың даны менән ғорурланыу тойғоһо, илһөйәрлек, патриотизм тәрбиәләү.Көтөлгән һөҙөмтәләр.Шәхси: Үҙ мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалау һәм кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү; ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын үҫтереү.Предмет: Поэманың йөкмәткеһен аңлау, ҡуйылған һорауҙарға тулы яуап биреү, әҫәрҙең темаһын һәм идеяһын асыҡлау, жанр үҙенсәлектәрен асыу .Метапредмет:- коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: уҡытыусы һәм иптәштәре менән хеҙмәттәшлек итеү, башҡаларҙың сығышын тыңлау һәм аңлау, күмәкләп һәм төркөмдәрҙә килешеп эшләү, үҙ фекереңде булдырыу;- танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: әҫәр өҫтөндә эшләй һәм анализлай белеү, текстан кәрәкле мәғлүмәтте табыу, ижади һәм эҙләнеү характерындағы эштәрҙе үтәү;- регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмәкәрлекте планлаштырыу, эш тәртибен төшөнөү, үтәлә торған эш төрҙәренең әһәмиәтен аңлау, үҙеңдең эшмәкәрлегеңә дөйөмләштереп һығымта яһау.Класс: 8 класс уҡыусылары өсөн.Уҡытыусы: Алтынбаева Зәлиә Рафаэль ҡыҙы.Йыһазландырыу: портрет, презентация, компьютер, китаптар күргәҙмәһе, индивидуаль карточкалар, фонояҙма.Дәрестең технологик картаһыДәрестең дидактик структураһыУҡыусыэшмәкәрлегеУҡытыусыэшмәкәрлегеПланлаштырылған һөҙөмтәләрУУЭОйоштороумоментыВаҡыт: 5 мин.Төп этаптар: 1.Психологик инеш. Рефлексия.2.Мотивация.Уҡытыусыны баҫып сәләмләйҙәр. Эш урындарын тәртипкә килтерәләр.Уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар.Артикуляцияны яҡшыртыу өҫтөндә эш.Күмәкләп уҡыу, айырым уҡыусыларҙың дөрөҫ һәм тасуири уҡыуы.Сәләмләү. Психологик кәйеф шарттары булдырыу. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу.Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,Уяналар ауыл, ҡалалар.Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:Хәйерле көн һеҙгә, балалар!Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек.Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу.Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.Коммуникатив: диалогка инеү.3.Уҡыу мәсьәләһен булдырыуАктуалләште реү.Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Эштә ҡыйынлыҡ урынын табыуӨсмөйөшлө хат тураһында белгәндәрен һөйләйҙәр.Бер уҡыусының тасуири уҡыуы:Фронтҡа китәм, иптәштәр, тип,Ижадын ташламаған,Ҡурҡыныс янағас илгәУны яҡларға киткән.Ҡаты яуҙа яраланған,Госпиталгә эләккән.“Өсөнсө көн һыҙлай ярам” типШиғыр яҙған һыҙланғандаИҫән сыҡҡан утлы һуғыш юлын,Һыҙланһа ла тәрән яраһы.Иле өсөн, башҡорт халҡы өсөнХоҙай һаҡлағандыр күрәһең.Урыҫтағы Пушкин, Толстой кеүек,Ҡырғыҙҙағы Сыңғыҙ Айтматов,Татарҙағы Туҡай, Таҡташ, Йәлил,? – беҙҙең ғорурлыҡ.Экрандағы һүрәткә, күргәҙмә материалға ҡарап, башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллайҙар. Төрлө яуаптар әйтәләр, фекерҙәрен белдерәләр. Беҙ шағирҙың тормошо һәм ижадына байҡау яһарбыҙ. М.Кәрим тураһында белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ.-Уҡыусылар, өләсәйҙең һандығын асып ҡарайыҡ әле. Унда нимәләр бар икән?Был өсмөйөшлө хат.Кемдең күргәне бар? Нимә тураһында һөйләй ул? (Һорауҙар ярҙамында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы менән бәйләү )Беҙҙең хатта нимә яҙылған икән? Әйҙәгеҙ әле уҡыйыҡ. Кем уҡый?Кем тураһында һүҙ бара? (Әңгәмә ойоштороу) Һорауҙар, күргәҙмә, экрандағы материалға ҡарап теманы һәм маҡсатты билдәләргә ярҙам итеүРегулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте тыңлап аңлау. Коммуникатив: диалогка инеү, әңгәмәгә ҡушылыуРегулятив: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү.Танып белеү: логик фекерләй белеү.Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү, фекерҙәрен әйтә белеү.Яңы материалдыөйрәнеүВаҡыт: 25 мин.Этаптар.Уҡыу проблемаһын сисеү.Дәфтәрҙәрҙә эш.Интернет селтәре аша шағир тураһында мәғлүмәттәр эҙләйҙәр. Һорауға яҙма рәүештә яуап бирәләр.Төркөмдәр тапҡан мәғлүмәттәр менән сығыш яһайҙар.Бер баланың яттан һөйләүе.Мин фронтҡа китәм иптәштәр!М.Кәрим.Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөнЯҙын япраҡланыр гөл өсөн ,Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –Мин фронтҡа китәм иптәштәр!М.Кәрим. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа. Йырҙы тыңлау һәм ҡушылып йырлау3 төркөмгә бүлеү. Төркөмдәрҙең эшен ойоштороу. (презентация һүндерелә, уҡыусылар компьютерҙар артына ултыра)Хәҙер бергәләп ошо һорауҙарға яуап бирер өсөн, интернет селтәре аша, HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/сайтына" https://ba.wikipedia.org/сайтына инеп, М.Кәрим тураһында мәғлүмәт табайыҡ.Төркөмләп эшләйек:- шағирҙың тормош юлы;- шағирҙың ижады;- ниндәй исемдәргә, премияларға лайыҡМ.Кәрим ижады Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тағы ла активлаша һәм байый.Һуғыштың башынан алып һуңғы көндәренәсә М.Кәрим фронт яландарында батырҙарса һуғыша һәм актив ижад эше менән йәшәй. Хәрби курстарҙы тамамлап, ул һуғышта элемтә бүлексәһе һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып үтә. 1942 йылда ҡаты яралана. Уның комсомол һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы билеттарын тишеп кергән ярсыҡ шағир-һалдатты ҡаты яралай, үпкәһен йәрәхәтләй һәм йөрәге янына килеп туҡтай.Регулятив: төркөмдә эшләй белеү, уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, үҙҙәренең эштәрен яҡлай белеү, анализ бирә белеү, һорауҙарға яуап бирә белеү, башҡаларҙы тыңлай белеү.Коммуникатив: монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү.“Үлмәҫбай” поэмаһы менән танышыу.Тексты тасуири уҡыу.Һүҙлек эше Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмәләшеү.Ял минуты “Беҙ буласаҡ һалдаттар”“Үлмәҫбай” поэмаһы. 1942 йылда госпитальдә ятҡанда ул “Үлмәҫбай” поэмаһының тәүге ике бүлеген тамамлай. Поэманың һуңғы өлөшөн Украинала яҙа.Әҫәрҙең 1-се бүлеген сылбыр буйынса уҡыу.Күмәкләп аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табып, аңлатыу.Мәҫәлән: “тел”, гәп һатыу, көл-күмер, һунарға барыу…1-се бүлектә Үлмәҫбай иптәштәренә нисек итеп “тел” алып ҡайтыуын  һөйләй: ул хәрби заданияға еңдәренә ике граната һалып алып барған һәм дошман дозорына осрау менән ҡулдарын күтәргән, йәнәһе, “пленға төшә”. Уны үҙенең талабы буйынса  офицерға илтәләр. Штабта  Үлмәҫбайҙың дошман офицеры менән ҡыҫҡа ғына “гәп һатыуы” булып ала. Ул офицерға еңдәренән ике граната күрһәтә һәм киҫәтә: әгәр ҙә ҡарыша башлаһаң, “икебеҙ ҙә - көл-күмер”, ти. Бына шулай итеп, ул  немец офицерын алып ҡайта. “Тел”де ҡулға төшөрөү ваҡиғаһын Үлмәҫбай үҙенең шаян холҡо буйынса бер “һунарға барыу” кеүегерәк иттереп һөйләйКөй аҫтында күнегеүҙәр башҡарыуНәҡ бына госпитальдә ятҡанда ижад ителгән бер әҫәре бар. Кем уны атап әйтер? Күмәкләп аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табып, аңлатыу.Һорауҙар ярҙамында йөкмәткене аңлауРегулятив: эшмәкәрлекте ойоштороу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү, сағыштырыу, анализлай һәм синтезлай белеү.Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу.Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштерә белеү.Регулятив: ял итеүҙе ойоштора алыу.Яңы материалдынығытыуӘҫәргә һорау-яауп формаһында анализ яһауБыл бүлектә Үлмәҫбайҙың ҡыйыу, теүәккәл булыуын, ҡатмарлы һуыш шарттарында урындағы хәлгә ҡарап бик мәрәкә итеп һөйләй. Ул разведкаға барыу кеүек яуаплы эшкә ауырһынмай, маҡтанмай, киреһенсә, еңел тойғо, тәүәкәллек һәм үҙ көсөнә ышаныу менән сығып китәЮғалып ҡалмай, төрлө хәйләләр ҡора. Үҙ яҙмышы ҡыл осонда торғанда ла еңеүгә ышаныс менән ҡарай.Был бүлектә шағир халыҡтың иҫ киткес ваҡытта ла юморҙы, күңел күтәренкелеген, еңеүгә булған ышанысты юғалтмауы кеүек гүзәл сифаттарын күрһәтә. Шулай уҡ батырлыҡты, ҡыйыулыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллекте, аҡыллылыҡты кәүҙәләндерә.Һунарсылыҡ.Тормошта осрай торған реалистик образдар. Автор Үлмәҫбай менән бәйле ваҡиғаларҙы, бер яҡтан, реаль һыҙаттар менән һүрәтләһә, икенсе яҡтан, үҙ геройына фантастик сифаттар ҙа бирә.Үлмәҫбай хәрби йомоштарға барыуын “һунарға сығыу” тип ҡарайБыл бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа ниндәй кеше булып килеп баҫа?Ә дошман менән осрашҡанда ул үҙен нисек тота?Үлмәҫбай образында шағир  халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса?Поэмала башҡорттарҙың ниндәй йолалары иҫкә алына? М.Кәрим Үлмәҫбай образын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар файҙалана?Уҡыусылар, Мостай Кәрим был поэманы бик оҫта яҙған. Ниндәй тапҡыр һүҙҙәр, һүрәтләү саралары күрҙегеҙ? Регулятив: аңлашылмаған яҡты асыҡлау, бергәләп эшләгәндә, берҙәм ҡарар ҡабул итә белеү.Танып-белеү: алған белемдәрҙән тейешле һығымталар яһау.Коммуникатив: үҙ фекереңде әйтә белеү, әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу.КонтрольВаҡыт: 5 мин.Тест һорауҙарына яуап биреүТест һорауҙарына яуап бирәләр.Бер береһенең эштәрен тикшерәләр. Баһалайҙар.Тест һорауҙарына яуап биреүҙе ойоштороу. Әйҙәгеҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереү өсөн тест һорауҙарына яуап бирәйек.Регулятив: эшмәкәрлекте ойоштороу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү. анализлай һәм синтезлай белеү. Танып белеү: мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү.Рефлексия Ваҡыт: 5 мин.Этаптар:Йомғаҡлау БаһалауӨй эшеҺорауҙарға яуаптар бирәләр. Төҫлө карточкалар ярҙамында, дәрес материал аңлау-аңламауҙарын билдәләйҙәр.Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, үҙҙәренә һәм класташтарына баһалар ҡуялар. Көндәлектәргә яҙыу1. Әҫәрҙең 2-3 бүлектәрен уҡыу.2. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүҙлеккә яҙыу.3.1-се бүлектән өҙөк сәхнәләштереүУҡытыусының уҡыусылар менән бергә эшкә йомғаҡ яһауы. Уҡыусыларға теләктәр әйтеү.Дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй ине? Маҡсатыбыҙға ирештекме? Нимә белдек? Үҙебеҙгә нимәләр алдыҡ?Бик тырышып эшләнегеҙ. Баһаларҙы үҙебеҙ ҡуябыҙ!Йомғаҡлау һүҙе: М.Кәрим үҙенең етмеш йылға яҡын ижад ғүмерендә Башҡортостанды ҙурланы, уны фронтта һаҡланы, уның өсөн янды, көйҙө, ут эсенә инде. Уның йөрәге һәр ваҡыт Башҡортостан йөрәге менән бергә типте. Беҙ М.Кәрим менән ғорурланабыҙ, һоҡланабыҙ, уның ижады алдында баш эйәбеҙ.Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген йомғаҡлай, үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирә белеү.Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирә, үҙ фекереңде әйтә белеү.Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү (бигрәк тә ҡуйған баһаңды нигеҙләп дәлилләй белеү) һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу

Здесь Вы можете найти выданные и принятые документы,
укажите фамилию участника.

 

Опубликованные работы педагогов, детей, воспитателей, иных участников экспресс-конкурсов или викторин на сайте созданы ими и размещаются исключительно для ознакомления. Авторские права на публикацию принадлежат их законным владельцам. Частичное или полное копирование текста и изображений без письменного разрешения, запрещено!

Ответственность за размещение самих материалов и их содержания, берут на себя авторы. Однако, наша редакция готова оказать всяческую поддержку в решении любых спорных вопросов. Если Вы заметили незаконное использование, сообщите об этом через форму обратной связи или на почту Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра..

_

  • 1_.jpg
  • 2_.jpg
  • 3_.jpg
  • 4_.jpg
  • 5_.jpg
  • 6_.jpg
  • 7_.jpg
  • 8_.jpg
  • 9_.jpg
  • 10_.jpg
  • 11_.jpg
  • 12_.jpg
  • 13_.jpg
  • 14_.jpg
  • 15_.jpg
  • 16_.jpg
  • 17_.jpg
  • 18_.jpg
  • 19_.jpg
  • 20_.jpg
  • 21_.jpg
  • 22_.jpg
  • 23_.jpg
  • 24_.jpg
  • 25_.jpg
  • 26_.jpg
  • 27_.jpg
  • 28_.jpg
  • 29_.jpg
  • 30_.jpg
  • 31_.jpg
  • 32_.jpg
  • 33_.jpg
  • 34_.jpg
  • 35_.jpg
  • 38_.jpg
  • 39_.jpg
  • 40_.jpg
  • 41_.jpg
  • 42_.jpg
  • 43_.jpg
  • 44_.jpg
  • 45_.jpg
  • 46_.jpg
  • 47_.jpg

Сетевое издание "Интеллект- всероссийские конкурсы". Регистрационный номер серии ЭЛ № ФС77-73234 от 02.07.2018.

СМИ зарегистрировано Федеральной службой по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций (Роскомнадзором).

Учредитель и главный редактор: Степанов А. Е., электронная почта редакции: info@iqkonkurs.ru Тел:+79277381192

X